Ауырғазы районының «Салауат» крәҫтиән-фермер хужалығында яңы он тирмәне эш башланы

Быға тиклем хужалыҡҡа уңышты күмәртәләп арзан хаҡҡа һатырға тура килһә, бөгөн крәҫтиән-фермер хужалығының әҙер продукцияһын Ҡырмыҫҡалы, Иглин, Ғафури райондары икмәкханалары ала. Йәшелсә үҫтереүсе йүнселдәр яңы теплицалар төҙөүгә ирешкән. Хужалыҡтар эше менән БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова танышты.

Юғары һәм беренсе сорт он, көрпә. Заманса тирмәндә тәүлегенә 40 тонна он тартыла. Алтын бөртөктәре тәүҙә йыуыла, артабан бер тәүлек дымда ята. Хужалыҡ заманса ҡоролмаланы быйыл көҙ һатып алған. Әлегә тирмән бер сменала эшләй, кәрәк булғанда предприятие етештереү ҡеүәтен арттыра ала.

Яңы асылған тирмәндә борсаҡ, арпа, бойҙай, перловка ярмалары ла тартыла. Улар әлегә ҙур тоҡтарға тултырыла. Яҡын киләсәктә хужалыҡ фасовкалау өсөн ҡорамалдар ҡуйырға, әҙер продукцияны һатыу өсөн күмәртәләп ваҡлап һатыу базаһын төҙөргә ниәтләй.

Элеккесә эшләп булмай, үҫтергән бойҙайҙы һатһаҡ минус менән эшләйбеҙ, бөгөн сразу рентабеллек артты, ҡыш көнө лә эшселәргә эш бар, аяҡта ныҡлы баҫып торорға булдырабыҙ.

Василий Федоров, «Салауат» крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе

Хужалыҡ үҙҙәре үҫтергән игендән ондо күрше район икмәкханаларына һатып ҡына ҡалмай, яҡын-тирәләге ауылдарҙа йәшәүселәрҙе икмәк менән тәьмин итә. Хужалыҡтың май сығарыу цехы ла бар.

Райондың тағы бер хужалыҡтарының береһе яңы йылды яңы мәшәҡәттәр менән ҡаршы алды. Ҡадировтар ғаиләһе «Ғаилә фермаһы» проектында ҡатнашып, республика башлығы грантын алыуға ирешкән. Йәшелсә үҫтереүсе хужалыҡ һәр береһе һәр береһе 9 мең квадрат метр күләмендә өс теплица ултыртҡан. Сығымдарҙың 60 проценты дәүләт гранты иҫәбенә ҡапланған.

Йылына 120 тонна ҡыяр һәм 90 тонна помидор үҫтереүсе ғаилә яңы теплицалар иҫәбенә быйыл етештереү ҡеүәтен арттырырға ниәтләй. Хужалыҡта тағы ла 10 кешегә эш урындары булдырылған. Тимәк, республика халҡы сифатлы экологик таҙа йәшелсәләр менән тьәмин ителәсәк.

Лилиә Мәҡсүтова,