Өфөлә классик саңғы марафоны уҙҙы

Сараға профессиональ һәм һәүәҫкәр спортсылар йыйылды. Улар 8 төрлө дисциплина буйынса - таулы урында - 30, тигеҙ ерҙә 15 һәм 50 километр арауыҡҡа ярышты. Балалар 500 метрға йүгерҙе. Саңғы спортын һөйөүселәр 5 һәм 30 километрға уҙышта ла ҡатнашты.

Төп һөҙөмтә әлбиттә, спортсыларҙың кәйефе. Улар хатта сатлама һыуыҡта ла үҙ дистанцияларын еңел үтте. Һәм төп ҡунағыбыҙ ЕрмИл ВокУев. Ул бөгөн 1-се урын яулап шәп һөҙөмтә күрһәтте. Беҙҙекеләр ҙә бик артта ҡалманы. Көслөләргә тиңләшәбеҙ.

Арнис Ғиззәтов, Өфө классик саңғы марафонын ойоштороусы