1 ғинуарҙан бөтә Рәсәй поликлиникалары электрон медицина карталарына күсә

Яңылыҡ поликлиникалар өсөн дә, пациенттарға ла мотлаҡ. Электрон медицина карта гражданин беркетелгән һаулыҡ һаҡлау учреждениеһында ғаризаһыҙ тәртиптә асыла. Әммә пациенттар ҡағыҙ картаны һаҡлап ҡалырға хоҡуҡлы, бының өсөн поликлиника мөдире исеменә ғариза яҙырға кәрәк.

Электрон картаға электрон почта йәки «Дәүләт хеҙмәттәре» сайты аша инергә мөмкин. Яңы карта бөтә медицина учреждениеларында ҡулланыласаҡ. Бынан тыш, 2024 йылда мотлаҡ медицина страховкаһы буйынса яңы хеҙмәттәр күрһәтелә башлай. Мәҫәлән, исемлеккә даими медицина тикшереүҙәре һәм реабилитация, хроник сирлеләрҙе диспансер күҙәтеү, шулай уҡ психолог консультациялары инә.

Респуликала электрон медицина карталары дәүләт һаулыҡ һаҡлау мәғлүмәт системаһы сиктәрендә 2013 йылдан бирле эшләй. Һәр пациент тураһында мәғлүмәт берҙәм мәғлүмәт системаһында һаҡлана. Был ысул айырыуса короновирус осоронда пациенттар өсөн дә, табиптарға ла уңайлы булды. Мәҫәлән, ашығыс ярҙам хеҙмәте саҡырыуға барғанда уҡ пациенттың сире тураһында тулы мәғлүмәт ала.

Динара Еникеева, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары