Йылдың тәүге эш көнөндә Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев депутаттар менән кәңәшмә уҙғарҙы. Көн тәртибенә парламенттың яҙғы сессияла эш планы сығарылды. Әле депутаттар ҡарамағына 70-кә яҡын закон проекты килеп өлгөргән дә инде. Уларҙы яҙғы сессия дауамында ҡарау күҙаллана. Бынан тыш, алдағы ярты йылда төбәк һәм федераль ведомстволар, хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәре ҡатнашлығында парламент тыңлауҙары ла үтәсәк.