Бөгөн киске сәғәт 7-лә юлаевсылар Пекиндан «Куньлунь Ред Стар» хоккей командаһы менән уйнаясаҡ. Был ике яҡ спортсыларҙың яңы миҙгелдә тәүге осрашыуы. Уйындың тура трансляцияһын беҙҙең телеканалда ҡарарға мөмкин. Быға тиклем «Салауат Юлаев» Ҡаҙағстандан «Барыҫ» командаһын 5:3 иҫәбе менән еңгәйне. Әлеге ваҡытта Башҡортостан командаһы Көнсығыш конференцияһы турниры исемлегендә икенсе баҫҡыстан өсөнсөгә төштө. Яҡташтарыбыҙ иҫәбендә 63 мәрәй. Ә «Куньлунь Ред Стар» 36 мәрәй менән унынсы урында.