Аҡса федераль һәм республика ҡаҙнаһынан бүленә. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, финанс ярҙамдың бер өлөшө грант булараҡ бирелә, эшҡыуарҙарға техника һәм йыһаздар алған сумманы кире ҡайтырыуға тотонола. Былтыр ауыл хужалығы кооперативтары 3 миллиард һумлыҡ килем алған.