Өфөнөң Көнсығыш ҡапҡаһында фонарҙәр тоҡандырылған

Яҡтыртылған участканың оҙонлоғо 14 километр тәшкил итә. Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Төбәк етәксеһе мәғлүмәттәренә ярашлы, подрядсы ойошма 780-дән ашыу мачта ҡуйған. Юл өҫтөн Рәсәйҙә етештерелгән диод лампалар яҡтырта. Дөйөм алғанда, Көнсығыш ҡапҡала эштәр тамамланыуға табан бара, уны йылдың тәүге кварталында тапшырырға тейештәр. тип белдергән Радий Хәбиров.