Махус ҡаҙна кредиты сиктәрендә бөгөн линияға 91 яңы автобус сыҡһа, ғинуар аҙағына тиклем республикаға тағы ла 159 йәмәғәт транспорты килеүе көтөлә. Пассажирҙар ташыуҙа булдырылған яңы мөмкинлектәр менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
Рифат Дауытбаев Баймаҡтан Түбә, Муллаҡай ауылдарына, Сибай ҡалаһына дүртенсе йыл пассажирҙар ташый. Быға тиклем уға «Паз» автобусында йөрөргә тура килһә, хәҙер өр-яңы - «Газель NEXT»ҡа ултырҙы. Дүрт йыл стажы булған водитель был транспорт сараһының асҡысын алыуға оло ҡыуанысын белдерҙе. Урындағы халыҡ та автобустың яңырыуын көткән.
Махсус ҡаҙна кредиттары сиктәрендә ғинуар аҙағына тиклем «Башавтотранс» предприятиеһына 250 яңы автобус киләсәк, әлегә уларҙың 91-е ҡабул ителде. Йәмәғәт транспорты бәләкәй ҡалалар һәм ауыл биләмәләре өсөн тәғәйенләнгән федераль программа буйынса һатып алынған. Яңы автобустар пассажирҙарҙы хәүефһеҙ һәм уңайлы йөрөтөү өсөн барлыҡ талаптарға ла яуап бирә. Глонасс системаһы менән тәьмин ителгән.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров транспорт инфраструктураһын үҫтереү, автобустар паркын яңыртыуға айырыуса иғтибар бүлә. Өфө һәм республика муниципалитеттарында был йүнәлештә эш артабан да дауам итәсәк. «Башавтотранс» предприятие етәкселеге билдәләүенсә, йыл аҙағына ҙур маҡсаттар ҡуйылған.
Махсус ҡаҙна кредиттары сиктәрендә ҡабул ителгән автобустарҙың тәүге партияһы бәләкәй һәм урта класслы. Водителдәр йәмәғәт транспорты идара итеүҙә уңайлы булыуын билдәләне
Яңы транспорт саралары хәүефһеҙлек талаптарына тулыһынса тура килә. Автобустар Өфөнән республика район-ҡалаларына юлланды. Тимәк, иртәгәнән улар рейсҡа сығып пассажирҙарҙы ташый башлай.
Гөлназ Хәйбуллина