Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин Өфөнөң мосолман зыяратында күренекле дәүләт эшмәкәре ҡәберенә сәскә һалды.
Башҡортостандың беренсе Президенты 2023 йылдың 11 ғинуарында 89-сы йәшендә вафат булды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр 13 февралдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовтың иҫтәлеген мәңгеләштереү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Бөгөн шулай уҡ Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Республика йортонда Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан сараларҙы әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышы үтте.