Уҙған төндә Бишбүләк районы Каменка ауылында һауа температураһы 45 градусҡа тиклем түбәнәйгән

Был турала урында йәшәүселәр Бәйләнештә социаль селтәрендә хәбәр иткән. Төбәктең алшҡа ауылдарында ла һау атемператураһында әәл ни айырма юҡ - Йылбулаҡтамаҡ һәм Айыт ауылдарында термометр бағаналары - 40, Уҫаҡкисеү һәм Баҙлыҡта - 39, Дим ауылында - 36 градус һыуыҡ күрһәткән.

Шул уҡ ваҡытта Белорет районы Ботай ауылында йәшәүселәр термометр бағаналарының төндә 48 градусҡа тиклем төшөүен күрһәткән фото һалған.

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, иртәгә республикала ҡар яуыуы, урыны менән һепертмә буран сығыуы, юлдарға көрт һалыуы көтөлә. Төндә 19-24, көньяҡ-көнсығышта 29, көндөҙ 6, -11 градлус һыуыҡ була.