Республикала тын юлдары инфекциялары йоҡтороуға бәйле 20 меңдән ашыу осраҡ теркәлгән

Яңы йылдың тәүге аҙнаһында ғына республикала тын юлдары инфекциялары йоҡтороуға бәйле 20 меңдән ашыу осраҡ теркәлгән. Сирлеләрҙең яртыһы тиерлек 14 йәшкә тиклемге балалар. Бер юлы тымау, грипп һәм ковид йоҡтороусылар ҙа бар. Декабрь менән сағыштырғанда, әле сирлеләр һаны кәмерәк, тик белгестәр ауырыуҙарҙы иҫкәртергә кәңәш итә. Һаулыҡты нисек һаҡлап ҡалырға? БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһы.

Рәмзил Халиҡов - Яңы йылды инфекция үҙәгендә ҡаршылаған пациенттарҙың береһе. Ундайҙар бында күп. Декабрь урталарында ауырыуҙар һаны ҡырҡа артҡан. Пациенттың ике яҡлап үпкәһе шешкән булған. Әле ул дауаланғандан һуң ҡайтырға йыйына.

Мәғәфүр Шәйбәков та инфекция үҙәгенә ошондай уҡ симптомдар менән килтерелә. Сирле көслө йүтәл менән яфалана, температураһы бер нисә көн 38 градустан төшмәй. Пенсионер үҙаллы дауаланып, табиптарға ваҡытында мөрәжәғәт итмәүенә үкенә.

Әлеге ваҡытта республикала 3 төрлө йоғошло сир: киҫкен респиратор вирус инфекцияһы, грипп һәм ковид таралған. Бер үк ваҡытта бер нисә инфекция йоҡтороусылар ҙа бар. Декабрь менән сағыштырғанда, бөгөн рәсми статистика күрһәткестәре түбәнерәк. Тик был сирлеләрҙең кәмеүенә түгел, ә уларҙың Яңы йыл каникулында медицина учреждениеларына аҙыраҡ мөрәжәт итеүенә бәйле, ти белгестәр.

Яңы йылдың тәүге аҙнаһында ғына республикала 20 меңдән ашыу сирле теркәлгән, уларҙың яртыһы тиерлек - балалар. Инфекция үҙәгенә хатта коллектив менән дауаланыуға йүнәлтелгәндәр бар. Инфекция йоҡтормаҫ өсөн, йышыраҡ ҡулдарҙы йыуырға, эш урындарын һәм телефондарҙы дезинфекцияларға, бүлмәләрҙе елләтергә, күп кеше булған урында битлек кейергә кәңәш ителә.

Рәзилә Ғиниәтуллина