Баш ҡалала күренекле башҡорт ғалимы,шәрҡиәтсе, мәғрифәтсе, дин әһеле Ризаитдин Фәхретдиновтың тыуыуына 165 йыл тулыу уңайынан киңәйтелгән ултырыш үтте. Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ойошторолған сарала шәхестең киң һәм күп яҡлы ижады, ғилми мираҫы ҡаралды. Ҡулъяҙмаларын ентекле өйрәнеү мәсьәләһе күтәрелде.
Ғалимдар советы ултырышында Ризаитдин Фәхретдинов ижадында башҡорт халҡының рухи тормошо, менталитеты сағылышы, мәғрифәтселек әҙәбиәте өлгөләренә арналған сығыштар ҙа булды. Ғилми-популяр хеҙмәттәрендә поэтик йөкмәтке сығанаҡтары ла ҡаралды.