Рәсәйҙә ҡурсаулыҡтар һәм милли парктар көнө билдәләнә

Башҡортостандағы өс ҡурсаулыҡ һәм бер милли парк биләмәләренең махсус статусы тәбиғәттең уникаль күренештәре, һирәк үҫемлектәр һәм хайуандарҙы һаҡларға ярҙам итә. Шул уҡ ваҡытта туристар өсөн яңы экоһуҡмаҡ, кемпингтар ҙа ойошторола. Әлбиттә, тәбиғәт һәйкәлдәре белгестәр тарафынан контролдә ҡала. Иглин һәм Нуриман райондарына ҡараған биләмәгә инспектор Владимир Озеров көнөнә ике-өс тапҡыр сыға. Сираттағы рейд барышында ул әкиәти мөйөшкә юлыҡҡан. Билдәһеҙ кеше тарафынан тәбиғәткә зыян килтермәйенсә ял итеү урыны булдырылған. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Ҡышҡы әкиәти матурлыҡ. Ҡар ҡалынлығын тик ҡаргиҙәр ярҙамында ғына йырып сығырға мөмкин. Ә тәғәйен урын Иглин районы үҙәгенән бер-нисә саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Шуға ла юл оҙаҡ ваҡытты алманы.

Асыҡ һауалағы музей тип тә әйтергә мөмкин. Экспозицияла башлыса Совет заманынан ҡалған әйберҙәр өҫтөнлөк итә. Билдәһеҙ кеше тарафынан йыйылған экспонаттар бөгөн тағы икәүгә артты.

Урман эсендәге әкиәти мөйөшкә инспектор рейд барышында юлыға. Әлегә уның кем тарафынан йыйылыуы билдәһеҙ. Шулай ҙа белгестәр башҡарылған эштән, яҙылған ҡағиҙәләренә тиклем хуплай.

Әйткәндәй, махсус йыһазландырылған биләмә ике һыу ятҡылығы эргәһендә урынлашҡан. Улар карст бушлығынан барлыҡҡа килгән. Өҫтәүенә, үрсеүгә балыҡ та ебәрелгән. Яр ситендә ағастан эшләнгән балыҡсы ла ултыра. Һыуҙағы тереклеккә һауа булһын өсөн мәке лә уйылған.

Күп тә үтмәне, өҫтәл рәүешле эшләнгән тағараҡҡа тәүҙә суҡ, унан һуң шыуышҡаҡ турғайҙар ҡунды. Киләсәктә инспектор әкиәти мөйөшкә ейәндәрен дә алып сығырға ниәтләй. Ә унан алда тәбиғәт эсендә ял урынын булдырған замандашыбыҙ менән осрашыу көтөлә.

Азат Ғәлиуллин