Изге күңелле принц. Әлшәй районында ағастан Щелкунчиктар етештерелә башлаған. Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдары символын Александр һәм Людмила Христолюбовтар ғаиләһе эшләй. Оҫтаханала ағас эше, семәрләп фигура яһау тулыһынса көслө зат иңендә булһа, ҡатыны әкиәт персонажын трафарет ярҙамында акрил буяу менән сағыу төҫтәргә биҙәй. Уйынсыҡ яһау технологияһын улар интернет аша үҙләштергән. Тәбиғи материалдан эшләнгән Щелкунчик Рәсәй төбәктәрендә лә юғары баһаланған. Ағас һалдатты интерьер биҙәлеше өсөн генә түгел, сәтләүек ярыу өсөн дә ҡулланырға мөмкин.