Бөгөн Өфөлә журналистар бүләкләнде

Рәсәй Матбуғаты көнө уңайынан киң мәғлүмәт саралары хәбәрселәре араһында уҙғарылған ижади конкурс еңеүселәре тәбрикләнде. Шулай уҡ Маҡтау һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды. “Юлдаш” радиоһы хеҙмәткәрҙәре Әнисә Муллағолова һәм Клара Шәриповаға Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының Почет грамотаһы тапшырылды. Улар тәьҫораттары менән уртаҡлаша.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Коллегабыҙ Илнур Рамазанов Башҡортостан Матбуғат агентлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. “Юлдаш” радиоһының Яңылыҡтар хеҙмәте ике ижади конкурста еңеү яуланы. Сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау һәм “Алға” иҡтисади биләмәһе эшмәкәрлегенә арналған журналист материалдары икенсе урынға лайыҡ булды.