ВДНХ күргәҙмәләр үҙәгендә Башҡортостандың спорты аҙналығы дауам итә

“Спорт еңеүҙәренә 100 йыл” тип исемләнгән сара Халыҡ-ара “Рәсәй” күргәҙмә-форумы барышында ойошторола. Бөгөн программала башҡорт эпостары буйынса виртуаль ысынбарлыҡ форматында “Зәрҡүм”  тигән интеллектуаль уйын уҙғарыла, бокс буйынса ике тапҡыр Рәсәй чемпионы Азалия Әминева менән оҫталыҡ дәрес ойошторола, ZASPORT фабрикаһы һәм “Салауат Юлаев” хоккей командаһы менән таныштырыу була.