Бөгөн Өфөлә Ризаитдин Фәхретдиновтың тыуыуына 165 йыл тулыуға арналған сара үтте. Унда мәшһүр ғалим, дин белгесе һәм яҙыусының Башҡортостан мәғарифы һәм мәҙәниәтенә индергән өлөшөнә баһа бирелде. Ризаитдин Фәхретдинов Һамар губерняһында, бөгөн Татарстандың Әлмәт районында тыуа. Ғәрәп, фарсы, төрөк, рус телдәрен яҡшы белә. Ул Рәсәй һәм башҡа илдәрҙә йәшәгән мосолмандар араһында рухи бәйләнештәрҙе нығытыуға күп көс һала. Көнбайыштың империализм сәйәсәтенә ҡаршы сығыш яһай. “Ваҡыт” газетаһы һәм “Шура” журналында эшләй. “Ризаитдин Фәхретдинов бай фәнни мираҫ ҡалдырған. Уның ҡулъяҙмаларын ентекләп өйрәнеү мөһим”, - ти Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллина.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРизаитдин Фәхретдинов 1922 йылда Рәсәй һәм Себер мосолмандары үҙәк диниә назараты рәйесе итеп һайлана. 1936 йылда 78 йәшендә вафат була, Өфө йәмиғ мәсете янында ерләнә. Киләһе аҙнала республика Милли китапханаһында “Ризаитдин Фәхретдиновтың ижады һәм ғилми мираҫы” тигән темаға түңәрәк өҫтәл ойошторола. Өфөләге Рәсәй ислам университеты бөйөк шәхестең исемен йөрөтә.