Октябрьский ҡалаһында күп фатирлы йортта сыҡҡан янғында бер кешенең ғүмер өҙөлгән

Уҙған төндә Октябрьский ҡалаһының Кувыкин урамындағы күп фатирлы йортта сыҡҡан янғында бер кешенең ғүмер өҙөлгән. Ут ҡазаһы торлаҡ йорттоң 1-се ҡатындағы фатирҙа сыҡҡан. Ҡотлҡарыусылар 15 квадрат метрҙы ялмап өлгөргән ут ялҡынын тиҙ арала һүндерә. Ҡыҙғанысҡа, янған фатир эсендә 1972 йылғы ирҙең кәүҙәһе табылған. Бынан тыш, хәүефле зонанан 3 кеше эвакуацияланған. Әле ваҡиға урында оператив-тәфтиш төркөмө һәм дознаватель эшләй. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, янғын сыҡҡанда 101 һәм 112 телефондарына шылтыратығыҙ.