Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Аксаков шыршыһы үтте

Әкиәт иленә сәйәхәт. Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Аксаков шыршыһы үтте. Хәйриә акцияһы республика район-ҡалаларынан 300-гә яҡын баланы бергә йыйҙы. Байрам тамашаһына мөмкинлектәре сикләнгән малай-ҡыҙҙарҙан тыш, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары ла саҡырылғайны. Мәрхәмәтлек сараһынан БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина репортажы.

Йәшел ҡупшыҡай уттары ҡабыныу менән балалар Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуға ҡушылып Яңы йыл йырҙарын башҡарып бейене. Байрамса кейенгән малай-ҡыҙҙарҙың йөҙҙәре шатлыҡ менән тулы, һәр кемдең ҡулында «Аксаков шыршыһы» Хәйриә акцияһы сиктәрендә тапшырылған тәүге бүләк - тылсым таяғы.

Өфөлә бишенсегә уҙғарылған «Аксаков шыршыһы»на ҡунаҡҡа республика район-ҡалаларынан 278 бала ата-әсәләре менән бергә саҡырылғайны. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уларҙы әкиәт геройҙары ҡаршы алды. Ошонда уҡ байрам тематикаһына арналған фотозоналар эшләне. Һәр кем битенә аквагрим төшөртөп, матурлыҡ серҙәре буйынса оҫталыҡ дәресендә ҡатнаша алды

Байрамда ҡатнашыусылар Яңы йыл тамашаһы - «Щелкунчик» балетына ла шаһит булды. Артистарҙың сығышы дәррәү алҡыштар менән ҡаршы алынды.

«Аксаков шыршыһы» ҡунаҡтарын ирекмәндәр оҙатып йөрөнө. Улар ярҙамы менән театр залдарында ойошторолған интерактив майҙансыҡтарҙа һәр бала ҡатнашып өлгөрҙө.

Аксаков шыршында ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та Яңы йыл менән ҡотланы. Малай-ҡыҙҙар төбәк етәксеһе менән яҡындан аралашып, иҫтәлеккә фотоға төштө. Республика кимәлендә байрамдың мөһимлеге билдәләнде.

Билдәле булыуынса, Башҡортостанда 19 меңдән ашыу мөмкинлектәре сикләнгән бала иҫәпләнә. Быйыл республика кимәлендә был категорияға айырыуса иғтибар буласаҡ.

Һәр бер бала үҙен йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы ағзаһы итеп тойорға тейеш. Өфөләге байрамда ҡатнашҡан һәр малай-ҡыҙ Яңы йыл бүләге алып ҡыуанды. Күләмле сара үҫеп килгән быуынға рухи-әхлаҡи яҡтан тәрбиә биреүгә лә йүнәлтелгәйне.

Гөлназ Хәйбуллина