Радий Хәбиров 2024 йылды мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр хаҡында хәстәрлек күреү йылы тип иғлан итте

ЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡортостан республикаһы комитеты ла Яңы йылды изге эштән башланы. Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Р. Ғ. Кузеев исемендәге этнологик тикшеренеүҙәр Институтының археология һәм этнография музейында үҙенсәлекле балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн бушлай экскурсия ойоштролдо.

Музей залдарында балалар ҡыҙыҡлы экспонаттар менән танышты, «Стәрлетамаҡ» метеориты хаҡында төплө мәғлүмәт алды, мамонт һөлдәһен күрҙе, башҡорт тирмәһен, Сармат алтыны коллекцияһын ҡараны. Музейға экскурсия йәш быуынды тарих һәм милли мираҫ менән таныштыра, тирә-яҡ мөхитте асырға ярҙам итә.