Шаҡша биҫтәһендәге бинаның техник асылышы март айында көтөлә Республикала берҙәм стилдә төҙөлгән юл буйы сервисы объекттары Рәсәйҙә иң яҡшы тәжрибә тип табылған. Былтыр төбәктә 235 юл буйы сервисы сафҡа индерелде. Был объекттарҙа кафе, ҡунаҡхана, дарыухана һәм башҡа уңайлыҡтар ойошторола. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Буш майҙанда - заманса объект. Өфө -Шаҡша юлында төҙөлгән бина 1500 квадрат метр майҙанды биләй. Тиҙҙән бында юл буйы сервисы объекты асыласаҡ. Кафе, дарыухана, йылы бәҙрәф, ҡунаҡхана, кибет һәм башҡа уңайлыҡтар ҡаралған бина күп функциялы үҙәк буласаҡ.
Инвестиция проектына 60 млн һум аҡса йүнәлтелгән. Объект төҙөлөшөнә республика етәкселеге тарафынан бушлай ер участкаһы бүленгән. Бынан тыш, эшҡыуарҙарға бизнес ойоштороу өсөн дәүләт субсидияары ҡаралған. Былтыр Бышҡортостанда 235 юл буйы сервисы сафҡа индерелгән. Башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн 1 млрд 900 млн һум аҡса йәлеп ителгән.
Башҡортостандың юл буйы сервисы проекты уҙған йылда ил кимәлендә өлгө тип табылды. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин республиканың был өлкәләге тәжрибәһен илдең башҡа субъекттарына таратырға тәҡдим итте.
Башҡортостанда юл буйы сервисын үҫтереү программаһы 2020 йылдан алып эшләй. Уға ярашлы төбәктә йыл һайын йөҙәрләгән яңы объект төҙөү, иҫке биналарҙы яңыртыу, урындағы халыҡҡа эш урындары булдырыу һәм юлдағы кешеләргә сифатлы сервис ойоштороу күҙаллана.
Флорида Ким