Благовещен районы хакимиәте башлығы итеп Анна Карабанова тәғәйенләнде

Район етәкселегендә өсөнсө ҡатын-ҡыҙ. Благовещен районы хакимиәте башлығы итеп Анна Карабанова тәғәйенләнде. Кандидатураны район советы депутаттары бер тауыштан хупланы. Быға тиклем Анна Николаевна күп йылдар идаралыҡ вазифаларында эшләгән һәм бай тәжрибә туплаған. Республика башлығы Радий Хәбиров яңы етәксегә артабан да ҙур өмөттәр бағлауын әйтте һәм үҫеш йүнәлештәре ,маҡсаттар билдәләне. Төбәк башлығының Благовещенға эш сәфәре барышынан Айнур Кәбиров репортажы.

Шыршы байрамы ашханала, спорт уйындары коридорҙа, ә телестудия бөтөнләй йоҡо бүлмәһендә. Урын етмәгәнлектән бында һәр бүлмә трансформер. Тәрбиәселәр кабинеттарҙы тиҙ арала үҙгәртеп ҡороп төрлө саралар уҙғара. Ә бит балалар бында үҙенсәлекле. Мөмкинлектәре сикләнгән тәрбиәләнеүселәр өсөн бүлмәләр ҙә махсуслашҡан булырға тейеш.

Балалар баҡсаһы үткән быуаттың 17-се йылында төҙөлгән һәм 96 процентҡа тиклем иҫкергән. Йәғни үҙ эшен һөйгән тәрбиәселәрҙеңтырышлығында ғына терәлеп тора.

Балалар Радий Хәбировтың Благовещенға килеүен түҙемһеҙлек менән көткән. Хатта ҡыш бабайға тип яҙған хаттарын да почтальонға ташырмаған. Иң йомарт тылсым эйәһе беҙҙең өсөн Радий Хәбиров, ти улар.

Республика башлығы балаларҙың хыялын тормошҡа ашырырға вәғәҙә итте. Иҫке бинаға ремонт эшләү һөҙөмтәһеҙ. Уның урынына өр яңы балалар баҡсаһы ҡалҡып сығасаҡ, тине Радий Хәбиров.

Ә был майҙанда төҙөлөш тулы ҡеүәтенә бара. Благовещен ҡалаһы янында ғына Озон компанияһының бүлеү -таратыу комплексы барлыҡҡа киләсәк. Төҙөлөш күләме әле үк шаҡатырлыҡ. Йәмғеһе ул 90 квадрат майҙанды биләйәсәк һәм ике мең кешегә эш урындары барлыҡҡа киләсәк.

Был инвестиция проектының тормошҡа ашыуында Благовещен районының быға тиклемге башлығы Олег Головтың да өлөшө ҙур, тине Радий Хәбиров. Хәҙер ул Федерация Советында Башҡортостандан сенатор. Ә инде райондың яңы башлығы итепАнна Карабанова тәғәйенләнде. Быға тиклем ул иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡ өсөн яуап биреүсе урынбаҫары булып эшләгән. Район депутаттары Анна Николаевнаны бер тауыштан башлыҡ вазифаһына тәғәйенләне.

Радий Хәбиров район етәксеһен һайлағанда идаралыҡ күсәгилешлеген һаҡлап ҡалыу ҙа мөһим тине. Төбәк башлығы район үҫеше өсөн төп йүнәлештәрҙе лә билдәләне. Бигерәк тә торлаҡ-уоммуналь хужалығында, юлдар, социаль һәм һаулыҡ һаҡлау объектары төҙөү эшен әүҙемләштереү мөһим, тине Радий Хәбиров.

Ә бына шәхсән рәүештә Радий Хәбиров яңы башлыҡҡа кешелекле һәм халыҡҡа ихтирамлы булырға өндәне. Етәксе һайлағанда минең өсөн иң мөһим талап ошо, тине республика башлығы.

Айнур Кәбиров