Башҡортостанда былтыр 17 меңдән ашыу берәҙәк эт һәм бесәй тотолған

Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтайҙа ошо турала белдерелде. Ауланған берәҙәк эттәр һәм бесәйҙәрҙең күбеһе стерилләштерелгән һәм иреккә сығарылған. Ҡайһы берҙәре яңы хужаларын тапҡан, уҫал һәм сирле хайуандарҙы йоҡоға талдырғандар. Ултырышта ҡануниәтте камиллаштырыуға бәйле тәҡдимдәр индерелгән һәм башҡа төбәктәр тәжрибәһен өйрәнергә ҡарар ителгән.