Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуы сәбәпле бер нисә автобус рейсы туҡтатылды

Бынан тыш, федераль һәм төбәк әһәмиәтендәге ҡаһы бер участкаларҙа ваҡытлыса хәрәкәт сикләүҙәре индерелде. Юлдарҙа Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының оператив төркөмдәре эшләй.

Талап ителгән осраҡта мобиль йылытыу пункттарын йәйелдереү ҡаралған. Трассаларҙы ҡарҙан таҙартыуға 162 кеше һәм 136 берәмек юл һәм махсус техника йәлеп ителгән. Күреү мөмкинлегенең сикләнеүен иҫәпкә алып, белгестәр республика халҡына һауа шарттары яҡшырғансы юлдарға сығыуҙы кисектереп торорға кәңәш итә.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, әлеге ваҡытта Өфө-Ырымбур юлының Рощинский ауылы һәм Мәләүез ҡалаһын урап үтеү участкаларында транспорт хәрәкәте асылған.