Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Һоҡланғыс кешеләрҙең тормошо» рубрикаһында Зөлфирә Ғибәҙуллина менән Регина Шакирова тураһында яҙҙы. Зөлфирә Миҙәхәт ҡыҙы Туймазы медицина колледжынан һуң район дауаханаһының ашығыс ярҙам бүлегенә фельдшер булып эшкә урынлаша. Һуңынан кейәүгә сыға һәм Төмәнәк ауылына күсенә. 2014 йылдан урындағы медпунктта эшләй.
Регина Шакирова ла Туймазы медицина колледжын тамамлаған. Башта Нөркәй фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшләй, артабан хеҙмәт юлын Төмәнәк ауылында дауам итә. Фельшерҙар ҡарамағында - меңдән ашыу кеше, уларҙың 260-ы -балалар. Аҡ халатлылар ауыл халҡын яңыртылған ФАП-та ҡабул итә. Бина «Атайсал» проекты сиктәрендә Туймазы эшҡыуарҙары, Марат һәм Ринат Шәйҙуллиндар тарафынан капиталь ремонтланған. Меценаттар ярҙамында ФАП кәрәкле ҡорамалдар, мебель менән йыһазландырыла, стационар элемтәгә һәм интернетҡа тоташтырыла. Уларға һәм Кесе Ватанға ярҙам итеүселәргә ҙур рәхмәт! Бөтәһенә лә һаулыҡ, теләгән Башҡортостан башлығы.