Радий Хәбиров Благовещен районында МХО-ла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты

Республика батыр улдарын онотмаясаҡ, уларҙың исемдәре мәңгеләштереләск. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Благовещен районында махсус хәрби операцияла һәләк булған Александр Круглов, Артур Саяпов, Әлмир Фәтҡуллин, Владислав Лабыгин һәм Олег Маленковтың ғаиләләре менән осрашты. Төбәк етәксеһе уларҙың ҡайғыһын уртаҡлашып ысын илһөйәрҙәр, Ватан һаҡсылары тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәтен еткерҙе. Миңә республика башлығы булараҡ һеҙҙең, яугирҙарҙың балалары нисек йәшәүен белеү мөһим, тине Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров һәләк булған яугирҙарҙың ата-әсәләренә республика дауаханаларында сәләмәтлектәрен нығытыу тәҡдимен әйтте. Район етәкселеге лә ғаиләләрҙе яңғыҙҙарын ҡалдырмаясаҡ һәм һәр яҡлап та ярҙам күрһәтергә әҙер. Хәрбиҙәрҙең исемдәрен мәңгеләштереү йәһәтенән дә мемориаль комплекстар асыу ҡаралған. Башҡортостан башлығы Александр Круглов, Артур Саяпов һәм Әлмир Фәтҡуллиндың ғаиләләренә яуҙа күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн Шайморатов ордендарын тапшырҙы.