Еңеү өсөн. Федоровка районы үҙәге ҡатын-ҡыҙҙары фронт өсөн гуманитар ярҙам әҙерләй. Былтыр улар 187 маскировка селтәре һәм шлемдарға 130 тыш үргән. Гүзәл заттар блиндаж шәмдәр ҙә эшләй. Материал һатып алыу өсөн байтаҡ финанс талап ителә, шуға ла был төркөмдөң һәр ағзаһы ай һайын үҙенең шәхси аҡсаһын индерә. Изге эшгә район халҡы ла, ситтә йәшәгән яҡташтар ҙа үҙ өлөшөн индерә.
Федоровкалар билдәләүесә, һәр һум - бәлә-ҡазанан һаҡлаған ҙур селтәрҙең бәләкәй генә күҙәнәге. «Zа Победу» ирекмәндәр төркөмө район сыуаштары ойошмаһы рәйесе Анна Ремпель һәм ЗАГС мөдире Полина Никифорова башланғысы менән барлыҡҡа килгән. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн йылы бина район элемтә узелы тарафынан бушлай бирелгән. Күп кенә яугирҙар был төркөмдөң ирекмәндәре менән шәхсән таныш. Хәстәрлекле әсәләр һәм өләсәйҙәр ялға килгән хәрбиҙәргә маскировка селтәрҙәре, туғандары, бәйләнгән ойоҡбаш һәм төрлө тауарҙар тапшыра.