Өфөлә физик мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн Яңы йыл тамашаһы ойошторолдо

Хәйриә спектакле. Бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында физик мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн Яңы йыл тамашаһы ойошторолдо.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры төрлө сирҙәргә дусар булған балалар өсөн хәйриә тамашаларын даими ойоштора. Был юлы байрам программаһы «Әсә йөрәге» йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә әҙерләнгән.

Сара Башҡортостан башлығы тарафынан иғлан ителгән «Һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек» йылына арнала, тамашаға республиканың төрлө төбәктәренән 400-гә яҡын бала саҡырылған. Театр коллективы улар өсөн бай программа әҙерләгән. Евгений Шварц әҫәре буйынса ҡуйылған әкиәт йәш быуын өсөн бик фәһемле. Ул телефон-гаджеттарҙың балалар-үҫмерҙәрҙең ҡәҙерле ваҡытын урлауы, ошо мәлде кире ҡайтарыу өсөн төрлө мажараларға юлығыу тураһында. Мәҙәниәт учреждениеһының директоры Иршат Фәйзуллин әйтеүенсә, театрҙа физик мөмкинлеге сикләнгән категория өсөн бөтә уңайлыҡтар ҡаралған, бар спектаклдәргә лә йөрөргә була.