Рәсәйҙә Ғаилә йылына бәйле саралар планы иғлан ителде

Документ рәсми мәғлүмәттәр порталында урынлаштырылған. Мәскәүҙә “Рәсәй” халыҡ-ара күргәҙмәһендә “Туғандар – яратҡандар” форумы барышында Ғаилә йылы рәсми асыла. Йыл дауамында күп балалы әсәләрҙе тәбрикләү, Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ, Әсә һәм Атай көндәрен ҙурлап үткәреү, күп балалы ғаиләләр форумы һәм “Йыл ғаиләһе” конкурсын ойошторола. Быйыл 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән Демография һәм ғаилә сәйәсәте стратегияһы ҡабул ителә. Төбәктәр 1 февралгә тиклем шулай уҡ исемле йылға саралар планын раҫларға тейеш.