Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан «Башҡортостан» полкы яугирҙарына Шайморатов миҙалын тапшырҙы. «Башҡортостан» полкы ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙы туплаған подразделениеларҙың береһе.
Былтыр декабрҙә яугирҙар дошман һөжүмен өҙөп позицияларҙы нығытырға, алға ынтылырға булышлыҡ итә. Командование Башҡортостан егеттәренең ҡыйыулығын юғары баһалай. Беҙ үҙебеҙҙең батальондар, яугирҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ, һеҙҙең алда баш эйәбеҙ, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы теләйем, тине Радий Хәбиров.
Яугирҙар үҙ сиратында улар һәм ғаиләләре хаҡында хәстәрлек өсөн республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе. Гуманитар ярҙам килеп тора, отпускыға ҡайтыу өсөн автобустар бүленә, шифаханаларҙа ял итеү мөмкинлеге бар. Был ярҙам бик кәрәкле һәм урынлы, тине егеттәр. Яҡташтарыбыҙ әле ике аҙналыҡ ялда, улар был аҙнала кире алғы һыҙыҡҡа юллана.