Башҡортостанда «Ярҙам поезы» акцияһы дауам итә

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн тәғәйенләнгән «Ярҙам поезы» акцияһы дауам итә. «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы башланғысында ойошторолған сираттағы сара Нефтекамала үтте.

Социаль координаторҙар төрлө ведомство, министрлыҡ белгестәре менән берлектә граждандарға бушлай консультациялар ойошторҙо. Акция сиктәрендә урындағы халыҡтан тыш, Ағиҙел ҡалаһы, Краснокама һәм Ҡалтасы райондарында йәшәүселәрҙән 800-ән ашыу мөрәжәғәт ҡаралды. Мәсьәләләрҙең күбеһе шунда уҡ хәл ителде. 19 ғинуарҙа «Ярҙам поезы» Дүртөйлө районында ла эшләйәсәк.