Өфөнөң Кузнецов Затонында йәшәүселәр Геологтар урамын тәртипкә килтереү өсөн республика программаһында ҡатнашырға теләк белдергән. Ошо маҡсатта халыҡ йыйылышы үтте. Улар тауыш биреү буйынса инициатив төркөм рәйесе һәм ағзаларын һайлап, тәҡдим ителәсәк проект менән танышты. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә ярҙам. Кузнецов Затонындағы Геологтар урамында йәшәүселәр хәленән килгәнсә төрлөсә сара күрергә тырыша. Бөгөн дә техникаһы булған күршеләр һуңғы көндәрҙә күпләп яуған ҡарҙы таҙартырға сыҡты.
Геологтар урамында йәшәүселәр бөгөн тап ошо мәсьәләне күтәреп сыҡты ла инде. Миҙгел әйләнәһенә күҙәтелгән юлһыҙлыҡ мәсьәләһен улар республика программаһы ярҙамында хәл итергә ниәтләй.
Ошо маҡсатта урында уҡ инициатив төркөм рәйесе һәм ағзалары тауыш биреү буйынса һайлап алынғас та, тәҡдим ителәсәк проект менән ентекләп таныштылар. Әйткәндәй, Өфөнөң Киров районы буйынса «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһында йәмғеһе 15 эш ҡаралыр тип көтөлә.
Бындай проекттар юл төҙөүҙән тыш, ышанысты нығыта һәм граждандар менән дәүләттең берләшеүенә, урындағы инфраструктураны үҫтереүгә булышлыҡ итә. Геологтар урамында йәшәүселәрҙеңйыйылыш һуңында ҡоштарға тағараҡ та элде.
Азат Ғәлиуллин