Йыр, бейеү, йога һәм шахмат. Өфөлә пенсионерҙар өсөн төрлө йүнәлештә ял үҙәге асылды. «Алтын ғүмер» тип исемләнгән проект баш ҡала хакимиәте гранты аҡсаһына тормошҡа ашырыла. Бөгөн үҙәктә тиҫтәләгән өлкән йәштәге гүзәл заттар яратҡан шөғөлөн тапҡан. Бынан тыш, төркөмдәгеләр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға ярҙам күрһәтә. Ниндәй? БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина һөйләр.
Улар музыка нигеҙҙәренә төшөнә генә. Профессиональ кимәлгә ынтылмай ҙа. Йыр һәм музыка менән шөғөлләнеү - был өлкән йәштәге гүзәл заттар өсөн күңел талабы. Моңда йыуаныс та, ҡыуаныс та таба. Репертуарҙа халыҡ һәм эстрада йырҙары бар.
Окоп шәме махсус технология буйынса етештерелә. Хобби төрҙәре айырылһа ла, пенсионер ханымдарҙы бер нәмә - еңеүҙе яҡынлаштырыу теләге берләштерә. Йыр һәм бейеү дәрестәренән һуң, улар дәррәү окоп шәмдәрен етештереүгә тотона. Берәүҙәр ҡатырғанан филтә киҫә, икенселәр парафин иретә. Бөтә материалды ла үҙ аҡсаһына һатып алалар, бер нисә бағыусылар ҙа бар.
«Алтын ғүмер» проекты бер ай ярым тирәһе тормошҡа ашырыла. Ошо ваҡытта тиҫтәләгән пенсионер үҙҙәренә яратҡан шөғөл тапҡан. Клубта гүзәл заттар илһам һәм дәрт ала, файҙалы эш менән шөғөлләнә. Ял үҙәктәре баш ҡаланың Затон һәм Нижегородка биҫтәләрендә эшләй.
Рәзилә Ғиниәтуллина