Иглиндә район башлығы кубогына хоккей буйынса турнир үтте

Ярышта боҙ хужаларынан тыш, Өфө ҡалаһы һәм Нуриман районынан биш команда ҡатнашты. Уларҙы муниципалитет башлығы сәләмләп, ҡышҡы хоккей миҙгеле асылыуы менән ҡотланы. Турнир көсөргәнешле барҙы, командалар был боҙ майҙансығында тәүгә генә осрашмай, ярыштар даими үтә.

Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Иглин районының «33 легион» командаһы еңеү яулап, күсмә Кубок менән бүләкләнде. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы нуримандар менән Таутөмән ауылы уйынсылары бүлеште. Урындағы хакимиәттең йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡышҡы хоккей миҙгеле турнирҙарға бай. 20 ғинуарҙа балалар командалары осрашһа, 27-е Аҡбирҙелә Ауыл спорт уйындарының зональ этабы уҙа.