“25 миллионға яҡын порция һөт, 11 миллион ярым порция эремсек, 18 миллион самаһы порция йогурт. Мин “Һөт кухняһы” эше менән таныштырыуҙы дауам итәм, тип яҙа социаль селтәрҙә Республика башлығы Радий Хәбиров. “2019 йылдан эш башлағандан алып, һөт цехтары 15 мең тонна һөт эшкәрткән. Улар Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Октябрьский, Сибай, Белорет ҡалаларында һәм Үрге Ҡыйғы ауылында урынлашҡан. Ошо сорҙа 70 мең самаһы кеше “һөт кухняһы” ризыҡтарын бушлай алды. Улар араһында ауырлы һәм бала имеҙгән, 3 йәшкә тиклемге балалы ҡатындар, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр һәм опекалағы балалар бар. Уҙған йылдан исемлеккә махсус операцияла ҡатнашҡандарҙың ғаиләләре өҫтәлде. Әлеге көндә барлығы 132 һөт продукттарын таратыу пункты эшләй. “Һөт кухняһы” бренды республикала йәшәүселәр араһында ҙур һорау менән файҙаланыла. Һөҙөмтәләр яҡшы, эште артабан да дауам итәбеҙ”, тип яҙған социаль селтәрҙә Радий Хәбиров.