Бөгөн Мәскәүҙә Башҡортостан халыҡ ижады аҙналығы башлана

“Рәсәй” халыҡ-ара күргәҙмәһендә республикаға арналған стенд янында көн һайын “тылсымлы һандыҡ” асыла. Форумға килеүселәр милли костюмдар, уйын ҡоралдары, ҡул эштәре менән таныша ала.  Интерактив саралар ойошторола, ҡиммәтле бүләктәр отторола. Шулай уҡ түшелдерек, милли баш кейеме, ҡурсаҡтар, биҙәүестәр яһау, бәйләү, сигеү, туҡыу, кейеҙ баҫыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. Аҙналыҡ 21 ғинуарҙа тамамлана. Күргәҙмә иһә 12 апрелгә тиклем дауам итә.