Быйыл Өфөлә беренсе тапҡыр Бал фестивале ойошторола

Уны августа уҙғарыу ҡарала. Сара “Башҡорт балы” брендын танытыу маҡсатын ҡуя. Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ошо турала белдерҙе. “Халыҡ өсөн яҡшы йәрминкә була. Фестиваль барышында умартасылыҡты үҫтереү мәсьәләләрен дә ҡарарбыҙ”, - тине Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.   Республика бал етештереү буйынса алдынғылар исемлегендә. Былтыр йүнселдәр 6 мең тонна татлы ризыҡ әҙерләгән. Мишкә һәм Ғафури умартасылары 300 тонна бал алған. Сит илдәргә 100 тоннанан ашыу бал оҙатылған. Башҡортостанда солоҡсолоҡты үҫтереүгә иғтибар арта. 2023 йылда 70 умартасы солоҡ балы етештереүсе булараҡ теркәлгән.