Бөгөн киске сәғәт 6-сы 20 минуттан М-5 «Урал» трассаһының Башҡортостан, Татарстан һәм Ырымбур өлкәһе участкаһында пассажир автобустары, маршрут таксиҙары һәм йөк транспорты өсөн ваҡытлыса сикләү индерелде. Улар өсөн хәрәкәт Ырымбур өлкәһе Северное ҡасабаһынан Башҡортостандың Иҫке Бүздәк ауылы боролошона тиклем туҡтаталды. Юл ябылыуға насар һауа шарттары сәбәпсе булған. Килеп тыуған хәлде иҫәпкә алып, республиканың баш автоинспекторы водителдәрҙе һауа шарттары яҡшырғанға тиклем алыҫ араларға йөрөүҙән баш тартырға саҡырҙы. Транспорт хәрәкәтенең тергеҙелеүе тураһында өҫтәмә хәбәр ителәсәк.