2019 йылдан алып «Һөт кухняһы» цехтары 15 мең тонна һөт эшкәрткән

Улар Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Октябрьскийҙа, Сибайҙа, Белоретта һәм Ҡыйғы районында урынлашҡан. Ошо ваҡыт эсендә 70 мең самаһы кеше «Һөт кухняһы» продукцияһын бушлай алған. Улар араһында йөклө ҡатындар һәм йәш әсәләр, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән өс йәшкә тиклемге кескәйҙәр һәм опекала булған балалар бар. Былтырҙан был исемлеккә махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләрен дә өҫтәнек, тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров.