Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаттары Рәсәйҙең хеҙмәт кодексына төҙәтмәләр индереү тураһындағы закон проекты әҙерләй. Парламент ағзалары фекеренсә, ҡартлыҡ буйынса хаҡлы ялға сығыуға биш йыл ҡалһа, хеҙмәткәрҙе эштән бушатыу дөрөҫ түгел һәм быны хоҡуҡи йәһәттән нығытыу мөһим. Был турала Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Президиум ултырышында белдерҙе. Унда шулай уҡ парламенттың сираттағы ултырышына сығарыласаҡ башҡа закон проекттары ла ҡаралды.
2024 йылдағы тәүге пленар ултырышҡа утыҙға яҡын закон проекты сығарыласаҡ. Халыҡ һайланыусылары республиканың ғаилә кодексына ла үҙгәрештәр индермәксе. Проектҡа ярашлы, ғаилә ағзаларының береһе енесен үҙгәртеү осрағы айырылыу өсөн сәбәп була ала. Шулай уҡ бындай кешеләргә балаларҙы опекаға, попечителлеккә, уллыҡҡа биреү тыйыла. Пленар ултырышҡа депутаттарҙың үҙ эшмәкәрлеген көйләүсе, халыҡ һайланыусылары араһында тәртип урынлаштырыусы закон проекттары ла сығарыла.
Депутаттар дәүләт мөлкәтен хосусилаштырыу тураһындағы законға үҙгәрештәр әҙерләй. Был төҙәтмәләр мәҙәни объекттарға ҡағыла.