Стәрлетамаҡ районында юл ваҡиғаһы сәбәптәре тикшерелә

Бөгөн Өфө-Ырымбур автомобиль юлында «Мазда 6», «Газель» һәм «Шкода Октавия» автомобилдәре бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә ете кешегә медицина ярҙамы талап ителгән, уларҙың икәүһе дауаханаға оҙатылған. «Шкода»автомобиленән 17 йәшлек ҡыҙ еңелсә йәрәхәтләнгән. Ваҡиға урынында дәүләт автоинспекцияһы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, күҙәтеү ведомствоһы ваҡиға сәбәптәрен асыҡлауҙы, шулай уҡ ошо факт буйынса процессуаль ҡарар ҡабул итеүҙе контролгә алған.