Башҡортостанда ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәтен модернизациялау дауам итә

Программа сиктәрендә Өфө ашығыс ярҙам подстанцияһы хеҙмәткәрҙәренең эш кейемдәре яңыртылды. Баш ҡала буйынса тармаҡта эшләүсе 1370 кеешгә ҡышҡы һәм йәйге эш комплекты тапшырылды. Ғәҙәттән тыш хәл, юл шартарында эшләгәүселәргә яңы костюмдар шәхсән үлсәп тегелгән. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Ашығыс медицина хеҙмәте фельдшеры Рәмил Кашапов көнөнә тиҫтәләгән урында пациенттарға ярҙам итә. Ун йылдан ашыу хеҙмәт стажы туплаған белгескә авария, янғын һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәл осраҡтарында медицина ярҙамын күрһәтергә тура килә. Рәмил Кашапов һәм уның хеҙмәттәштәренә яңы эш кейемдәре таратылды. Төбәктә ашығыс медицина ярҙамы эшен камиллаштырыу маҡсаты ҡуйылды.

Башҡортостанда ашығыс медицина ярҙамын модернизациялау сиктәрендә күп яҡлы эш ойошторолған. Программаға ярашлы, республика буйынса 9 ашығыс станцияһын төҙөкләндереү көтөлә. Былтыр Бөрө, Күмертәү ҡалалары, быйыл Иглин ҡасабаһы станцияһында ремонт үткәреләсәк.

Капиталь ремонт сиктәрендә матди-техник базаны яңыртыу, махсус мебель, шкафтар һатып алыу күҙаллана. Фельдшерҙарҙың кейемен киптереү өсөн айырым бүлмә бүленә. Республика буйынса ашығыс медицина ярҙамына көнөнә 8 меңләп шылтыратыу ҡабул ителә, ваҡиға урынына оператив рәүештә медиктар юллана. Хеҙмәткәрҙәр өсөн уңайлыҡтар булдырыуы мөһим йүнәлеш булып тора.

Елена Ғәлимуллина, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары

Ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәренә сатлама һыуыҡтарҙа урамда йәки ялан ашарттарында ла эшләргә тура килә. Ҡайһы бер осраҡтарҙа пациент саҡырған ергә машина менән барып етеп булмай һәм аҡ халатлылар йәйәү бер нисә километр үтергә мәжбүр. Шуға ла хеҙмәткәрҙәрҙең кейеме йылы, уңайлы, тирләтмәҫкә һәм хәрәкәткә ҡамасауламаҫҡа тейеш.

Аяз Камалов, Ашығыс медицина ярҙамы һәм һәләкәт медицинаһы үҙәге баш табибы

Өфөнөң Ашығыс медицина ярҙамы станцияһы үҙенең тарихын бер быуат элек - 1923 йылдың 1 ғинуарынан башлай. Ул саҡта үҙәк амбулаторияла 26 кеше, ике ат экипажы эшләй, тәүлек әйләнәһенә табип менән фельдшер дежурлыҡ итә. Бөгөн был хеҙмәттә республикала 170 табип һәм 2500 фельдшер иҫәпләнә. Улар өсөн лайыҡлы эш шарттары тыуҙырыу ашығыс медицина ярҙамын камиллаштырыуҙың бер өлөшө булып тора.

Флорида Ким