Педагог, шағир, рәссам. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, райондың Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты Миҙхәт Әсфәндиәр улы Байрамғоловҡа Төркмән ауылының мәҙәниәт йортонда таҡтаташ асылды. Был хаҡта киләһе яҙмала.
Күсей ауылында тыуып үҫкән Миҙхәт Байрамғолов бала саҡтан ижад менән әүҙем шөғөлләнә: картиналар яҙа, шиғырҙар йыйынтығы сығара, район һәм республика гәзиттәренең әүҙем хәбәрсеһе була, 48 йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә арнай. Талантлы шәхес - Ғата Сөләймәнов исемендәге музейҙы булдырыу өсөн дә ҙур көс һала. Бөгөн был музей ауыл мәҙәниәт йортонда урынлашҡан. Миҙхәт Әсфәндиәр улының тыуған яҡты өйрәнеү буйынса йыйылған ҡиммәтле мәғлүмәттәре, эштәре әле шунда һаҡлана.
Шәхестең яҡты иҫтәлеген, уның исемен мәңгеләштереп - мемориаль таҡтаташ асыу сараһында өлкән улы Фирғәт Байрамғолов атаһынан васыят итеп тапшырылған һүрәттәр күргәҙмәһен ойошторҙо. Бөгөнгө көндә унда һәүәҫкәр рәссамдың 60 ашыу эше һаҡлана.
Күргәҙмәгә килеүселәр ижадсының “Һаҡмар буйы”, “Ирәндектә көҙ”, “Таныш һуҡмаҡтар”, “Төйәләҫ” исемле тыуған яҡтың гүзәл тәбиғәтен һүрәтләгән картиналарҙы ҡараны. Шулай уҡ Миҙхәт Байрамғолов бар республикаға билдәле Туғажман тауы башында ҡуйылған ҡурайға һәйкәл авторы ла.