Бөгөн бер төркөм студенттар Өфө районы Ҡыҙылъяр ауылына фольклор экспедицияһына сыҡты. Улар йыл һайын Раштыуа байрамынан уҙғарылған йолалар менән танышты. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Раштыуа байрамы ваҡытында йыр менән үткәрелә торған йола бөгөн дә киң ҡолас алған. Өфө районында, бигерәк тә. Борондан ҡалған традиция был юлы төрлө фольклор коллективтары, шул иҫәптән студенттар ҡатнашлығында үтте.
Коляда тип исемләнгән йола ун көн дауамында, христиандарҙың дини байрамына тиклем уҙғарыла. Фольклор экспедицияһының 400 йыллыҡ тарихлы ауылында ойошторолоуы ла осраҡлы түгел. Тап Ҡыҙылъярҙа йолалар беҙҙең көндәргәсә үҙгәрешһеҙ һаҡланған. Шуға ла фән белгестәре лә йыш уранғылай.
Бөгөнгө осрашыу айырыуса иҫтәлекле. Урындағы халыҡты колядала йәш быуындың күпләп ҡатнашыуы ҡыуандырҙы. Йола буйынса ҡулдарға ҡояш, йондоҙ һынландырған һүрәт тотоу, йорт хайуандары булып кейенеп, ихаталарға бәрәкәтле тормош теләп тары һәм ҡара бойҙай ярмалары һибеү байрамдың айырылғыһыҙ өлөшө.
Ә Ҡыҙылъяр ауылында халыҡ ижадын йыйыу өсөн ҙур мөмкинлектәр тыуҙырылған. Шул уҡ рус халыҡ йырҙарының төп нөсхәһен тап бында ишетергә мөмкин.
Сара ҡатнашыусылары артабан «Ивушка» халыҡ фольклор ансамбле ағзалары менән осрашты. Уҡыусылар коляда йолаһының үҙенсәлеген, уның мөһимлеге тураһында һорашты.
Азат Ғәлиуллин