Ҡыпсаҡ-Асҡарҙа Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә мемориаль комплекс булдырыла

Әлшәй районы Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы биләмәһенә ҡараған Отрада ауылы халҡы  2024 йылда урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашырға теләк белдереп, дөйөм йыйылышта бер тауыштан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ауылдаштарына мемориаль комплекс булдырыу башланғысы менән сыҡтылар. Отрада ауылының ҙур ғорурлығы булып Советтар Союзы Геройы Рабовалюк Михаил Иванович һанала. Михаил Иванович ошо ауылда тыуып үҫкән, ошо ауылдан һуғышҡа китеп , һуғыш яланында ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, батырҙарса һәләк булған. Отрада халҡы яҡташтарының иҫтәлеген мәңгеләштерергә теләп ошо программала ҡатнашып еңеп сығырҙарына ҙур ышаныс белдерәләр. Ауыл китапханасыһы Рәмзиә  Иманғолова һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт