Президиум ултырышында проекттар раҫланды. 25 ғинуарҙа Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдең доклады тыңлана. Дәүләт мөлкәтен хосусилаштырыу тураһында законға төҙәтмәләр тәҡдим ителә. Шулай уҡ Ғаилә кодексына үҙгәрештәр әҙерләнгән. Улар ғаиләне тарҡатыу сәбәптәренә ҡағыла. Бынан тыш, енесен үҙгәрткән кешеләргә балаларҙы уллыҡҡа һәм ҡарауға алыуҙы тыйыу индерелә.