Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бында алдынғы компаниялар, агрохолдингтар, ойошмалар, федераль һәм төбәк власы органдары вәкилдәре, эксперттар ҡатнаша. Форумда һөт һәм ит етештереү сәнәғәтен үҫтереү, урындағы брендтарҙы танытыу, сауҙаны арттырыу темаларына ҙур иғтибар бирелә. Аграр тармаҡ вәкилдәре йыйыны март аҙағында Өфөлә үтә, уның барышында "Агрокомплекс" күргәҙмәһе ойошторола.