Быйыл республика тәбиғәт парктарында 2 мең 173 турист булған. Был уҙған йылдың ошо осорондағынан күберәк. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, халыҡ "Ирәмәл"гә күпләп килгән. Шулай уҡ "Мораҙым тарлауығы" һәм "Ҡандракүл"дә ял итеүселәр байтаҡ теркәлгән.