Башҡортостанда махсус хәрби операция башынан 25 меңдән ашыу хәрби һәм уларҙың ғаилә ағзалары медицина ярҙамы алған. Был турала хөкүмәттә үткән кәңәшмәлә белдерелде. - Иң мөһим бурыстарҙың береһе - сифатлы медицина реабилитацияһы һәм психологик ярҙам ойоштороу. Беҙҙә махсуслашҡан дауалау учреждениелары бар, -тине Премьер-министр Андрей Назаров. Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығына махсус хәрби операцияла яҡындарын юғалтҡан ғаиләләргә психологик ярҙам күрһәтеү сифатын яҡшыртырға ҡушылды.