«Бергә беҙ - көс!» ирекмәндәр ойошмаһы махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ылау әҙерләй

«Бергә беҙ - көс!» ирекмәндәр ойошмаһы махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ылау ебәрергә әҙерләнә. Өфөнөң Дим биҫтәһендә төпләнгән хәрәкәт тиҫтәләгән өлкән йәштәге гүзәл заттарҙы берләштерә. «Көмөш ирекмәндәр» башта яугирҙар өсөн хәйриә аҡсаһын йыйһа, 3 ай элек маскировка селтәрҙәрен үреүгә тотона. Бөгөн улар төрлө төҫтәге 25 селтәр әҙерләгән. Бынан тыш, пенсионерҙар мендәр, өҫкө кейем һәм окоп шәмдәрен эшләй, гуманитар ылауҙы яугирҙар заказдары буйынса туплай. Дарыу, йылы әйберҙәр, оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлекте ирекмәндәр махсус хәрби операция биләмәһенә ошо көндәрҙә оҙатмаҡсы.